Тәфтиләү
Башҡорт халыҡ йыры
Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ –
Палкауник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.
Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,
Эйәһе лә белмәҫ, ат белер
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, ил белер.
Ҡара ла ғына урман, ҡая бите
Шауламайҙыр ҙа кисен ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.