Беренсе бүлектә башҡорт хореографияһы классикаһы — «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Төньяҡ амурҙары», «Шаян ҡыҙҙар», «Өс туған» һәм Фәйзи Ғәскәров мираҫының алтын фондына ингән башҡа шедеврҙар, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хореография композициялары күрһәтелә, икенсе бүлектә иһә ғәскәровсылар Рәсәй һәм донъя халыҡтары: ҡаҙаҡ, хорезм, белорус, испан, ҡытай бейеүҙәре менән сығыш яһай.
11 мартта Кремль һарайында Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты була. Коллектив «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын күрһәтә.
1939 йылдың 11 марты коллективтың тыуған көнө, тип иҫәпләнә. Был көндө Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров хәҙер уның исемен йөрөткән башҡорт дәүләт бейеү ансамбленең художество етәксеһе итеп тәғәйенләнгән. Кремль һарайында ансамблдең 85 йыллыҡ юбилейына арналған концерт сағыу булмаҡсы.
Ансамбль йыл һайын Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнаша, милли мәҙәниәтте һәм сәнғәтте бар донъяға таныта.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1