Ырымбур ҡалаһындағы "Каруанһарай" тарихи-архитектура комплексында өлкә башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлимә Жангабилованың тырышлығы менән ат һарайы музейы тергеҙелә. Был изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.
Кемдәрҙә Каруанһарай менән бәйле тарихи ҡомартҡылар, дуға, ҡамыт кеүек йылҡысылыҡ кәрәк-яраҡтары бар - 1 маратта Кинйәбулат ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә ойоштороласаҡ сараға алып килеп, музейҙы ойоштороусыларға бүләк итә ала.
Әйткәндәй, тарихи-архитектура комплексы менән башҡорт музейын һаҡлау һәм үҫтереү VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының резолюцияһына ла индерелгән.
#ҡоролтай #курултай #башҡорттар #башкиры #ЕйәнсураБашҡорттары #ЕйәнсураРайоны #Үҫәргән #Айыҡауыл #Кийәбулат
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев