Октоберфест Германияла, Франциялағы вино байрамдары тураһында ишетеп беләһегеҙҙер, моғайын... Ә бына мин алыҫ , үткән быуаттың 80 се йылдарында беҙҙә булған "фестиваль" тураһында һөйләп үтмәксемен, үҙем актив ҡатнашыусыһы булараҡ, урыҫса әйткәндә- от первого лица хикәйә...
Ярай , күп һүҙ юҡ һүҙ,башлайыҡ. 1986 йылда , беҙҙе, 2 курс студенттарын,(16 -17 йәшлек егеттәр) колхозға ебәрҙеләр. Беҙҙең группа ҙур булмаған бер ауылға эләкте. Иҫке мәктәп бинаһын ятаҡ иттеләр беҙгә, көндөҙ эштә,кисен клубҡа сығабыҙ. Бер аҙна клубҡа йөрөнөк, ҡыҙҙар оҙаттыҡ, хөрриәт, бәйләнгән кеше лә юҡ., урындағы халыҡ менән дуҫлашып бөттөк тиһәң дә була. Икенсе аҙнаһында клубта ят егеттәр пайҙә булды бит, береһе һалдат формаһында, курәһең саҡ ҡайтҡан армиянан... Улар куренеү менән ауыл егеттәре күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡтылар,клубта беҙ ҙә, ауыл ҡыҙҙары ҡалдыҡ . Беҙҙең егеттәр ҡыҙҙары менән сыҡты клубтан өйҙәренә оҙата киттеләр, ҡыҙҙары булмаған ике -өс егет, шул иҫәптән мин дә ҡайтып киттек ятаҡҡа.
Йоҡларға ятып бөткәйнек инде , ишек асылып китте, һәм клубта күргән дүрт әзмәүерҙәй егет килеп инде. -
-Ҡайҙа ҡалғандарығыҙ? -Тәҙрәләр сыңлап китте тауышҡа.
-ҡайтманылар әле....
-Ярай ,ошонда көтәбеҙ беҙ уларҙы!
Ике егетте ҡайҙалыр оҙатты ла, зәп зәңгәр наколкалар менән "биҙәлгән" ағай, курәһең, башлыҡ,ултырғысҡа килеп ултырҙы . -
-Беҙ күрше ауылдан, мында шишка тотабыҙ,(шишка тотоу- власть беҙҙеке инде блатной жаргонда) белеп ҡуйығыҙ! Минең ҡусты армиянан ҡайтҡайны, ҡыҙын курергә килгәйне, һеҙҙең егеттәр ҡыҙын тартып алғандар , ишеү туҡмағандар ҡустыны! Урам буйында тота алманыҡ,Хәҙер ҡайтып торған һәр береһен туҡмайбыҙ!
Аҙаҡтан ғына белдек, һеҙгә алдан әйтеп ҡуяйым, нимәнән бөтә сыуалыш башланып киткәнен -беҙҙең Флүз тигән иң йәш малай үҙенең йөрөгән ҡыҙы менән ҡыҙҙың өйө алдында баҫып торғанда , теге һалдат ҡыуып еткән быларҙы. Тартҡылаш киткән. Ҡыҙ өйөнә инеп киткән, һалдат асыуын беҙҙең егеттән алырға булып, һелтәнә башлаған. Беҙ бит Кумертау физкультура училищеһы студенттары, аңлайһығыҙҙыр нимәгә ымлағанды))), самбо алымы менән осорған да маҡтансыҡ һалдатты, тыҡрыҡҡа кереп тә юғалған тегегә ярҙам килеп еткәнсе))) Флюз ҡайтып кергәс һалдат- ана ул мине бәреп ҡасҡан малай! тип ҡысҡырҙы ағаһына. Теге ағай бер Флюзгә бер ҡустыһына ҡарап торҙо ла , ошо малайға бирешеп торҙоңмо? тип елкәһенә биреп алды. Бирмәҫлек тә түгел шул , беҙҙең малай бер башҡа бәләкәй һалдаттан.Ярай, ваҡиғаларҙы алға һикертмәй торайыҡ әле.
Күпмелер ваҡыт уҙғас теге ике егет ике ҡолағынан тотоп ҡырҡ литрлы феләк алып инделәр. әсегән бал еҫе танауҙарҙы ярып килеп инде.
Бүлмәнең уртаһына ҡуйып феләкте , башлап берәр кружка эстеләр был балҡорһаҡтар.
- О, зәһәр был бал, бал балы икән дә!-тип тамшана тамшана башлыҡ ҡарашын беҙҙең яҡҡа юнәлтте;
-Эсәһегеҙме?! Приказ кеуек яңғыраны был һорау.
Мин , ни булһа булыр , барыбер туҡмаясаҡтар тип, беренсе булып эстем, иҫерек булһам туҡмалыуы һиҙелмәҫ тигәнмендер инде , үҙемсә...
шулай беҙ эсеп бында булғандар, берәр көрөшкә бөтөрөрөүгә беренсе беҙҙең ҡасҡалаҡ ҡайтып инде. Тегегә ишек төбөндә үк ҡолаҡ төбөнә ебәрҙеләр, теге иҫен йыйғансы, бер көрөшкә бал тотторҙолар.
- Эс, эсмәһәң икенсе ҡолаҡ төбөнә алаһың! Эсә инде бисара...
-карауатыңа ултыр!
Кем әйтмешләй, процесс пошел- егеттәр ҡайта бара- ҡолаҡ төбө , кружка , карауат. Ярты сәғәттә бөтә карауаттар тулды, ҡайтып бөттөләр беҙҙекеләр. улар ҡайтып бөтөүгә, беҙ, беренсе партия , иҫереп бөткәйнек инде... Тағын берәр ҡолаҡ төбө "йылытыу", бер көрөшкә бал- феләк бушағансы экзекуция дауам итте. Шунан был балҡорһаҡтар тынысланып ҡайтып китте.
Беҙ инде ҡолаҡ төптәрен ыуа ыуа оҙатып ҡалдыҡ.
Онотҡанмын , иртәгәһенә ятаҡ арты вис мина яланын хәтерләтә ине, осторожно , мины! тигән яҙыу ғына етмәй ине... Бал әсеп етмәгән булған мы , беҙҙең эскә ярамағанмы...
Фестиваль ойоштороусылар ҙа призһыҙ ҡалмаған-Теге блатнойҙарҙы икеһен ун биш тәүлеккә япҡандар, ҡалғандарына штраф 10 һум. Балды бер бабайҙыҡын урлаған булғандар, шул бабай арттарынан куҙәтеп , беҙҙе язалау процессын ҡарап торған тәҙрә аша, шунан иртән, заявить иткән, феләкте урланылар тип . Милиция ла дурак түгел, нимә булғанын феләктә бик тиҙ асыҡлап, бахыр бабайға ла 300 һум штраф сәпәгәндәр, бал ҡойған өсөн(сухой закон заманаһы!)
Был фестивальдә ҡатнашҡандан һуң арыу ғына ваҡыт әсегән бал еҫе һиҙғән ыңғай ҡоҫҡо килә башлай ине...
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1