Төркөмдө Ишембай районы мосолмандар Союзы етәксеһе Ғүмәрова Зөлфиә Мостафа ҡыҙы алып килгән.
Экскурсия барышында Зөлфиә Мостафа ҡыҙы үҙенең Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се һанлы Республика Башҡорт гимназия-интернатында эшләгән сағын иҫкә алып үтте. Гимназияла ойошторолған Әхмәтзәки Вәлиди музыйы етәксеһе булыуы тураһында һөйләне. "Йыл һайын Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған көнөндә гимназияның алдынғы уҡыусылары менән "Вәлиди эҙҙәре буйлап" саңғыла Көҙәнгә һәм башҡа тарафтарға сәфәр тота инек", тип яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште ул.
Экскурсия аҙағында Республика көнөнә ҡарата уйын да уйнап алдыҡ. Башҡортостандың картаһын пазл менән төҙөнөк. Экспозицияла Вәлидиҙең һыны Республикабыҙҙың картаһын һыҙа. Шул уҡ залда ағинәйҙәрҙең Башҡортостан картаһын төҙөүе символик әһәмиәткә эйә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3