БӨГӨНГӨНӨ БӨГӨН ЯҠЛАМАҺАҢ...
Ил ағаһының йәйләү
менән хушлашҡанда
әйткәне
Ҡайын ағастарын
Һары алды,
Көҙ яҡындыр инде, туғандар!
Йылҡыларҙы
Ҡышлау яғынараҡ
Ыңғайлата торһон ҡыуғындар.
Йәйләү менән ҡарттар
Бәхилләшһен —
Ашыҡмаһын әле өйҙәргә:
Ҡайһыһына, бәлки,
Киләһе йыл
Тура килмәҫ инде йәйләргә.
Көҙ — фекерҙәр асыҡ,
Аҡыл — айныҡ,
Йыйылайыҡ беҙ ҙә кәңәшкә;
Етер инде
Иркен тирмәләрҙә
Иркәләнеп ятыу кәләшкә.
Тау башына менеп
Һөйләшәйек —
Яҡыныраҡ унда Тәңрегә.
Уйлашайыҡ:
Ниңә беҙҙең тормош
Гел тәгәрәй икән кирегә?
Беҙ ниндәй бер
Уңмай тыуған (торған) халыҡ:
"Алға!" — тибеҙ, алға бармайбыҙ.
Йәшәгән ер — йәннәт,
Тормош — михнәт,
Һис кенә лә мантый алмайбыҙ.
"Ирек!" — тибеҙ,
Ирек алалмайбыҙ,
Һаман, һаман кеше көнлөбөҙ.
Башҡаларға
Дәүләт төҙөшәбеҙ,
Дәүләт булалмайбыҙ үҙебеҙ.
Шулдыр инде,
Шулдыр яҙмышыбыҙ:
Ғүмер буйы йәшәү ымһынып;
Булған алтыныңды
Биреп бөтөп,
Баҡыр теләнселәү, ҡул һоноп.
Тау башына менеп
Ултырайыҡ,
Иркенерәк унда һулыштар.
Хәбәрҙәр бар:
Көнбайышта йәнә
Башланырға тора һуғыштар.
Зыян булмаҫ ине
Ҡылыстарҙы
Ҡайрай торһаҡ Урал ташына:
Эт белһенме
Ниндәй уй килерен
Аҡ батшаның ҡара башына.
Беҙҙең өсөн Рәсәй —
Үгәй әсәй,
Беҙ — баҫымсаҡ, үкһеҙ балалар.
Тыныс мәлдә башҡорт
Онотола,
Яу ҡуптымы — иҫләй һалалар.
Шуның өсөн күберәк
Ит ҡаҡлаһын,
Ҡорот ҡайнатһындар ҡатындар.
Үкенескә ҡалып
Ҡуймаҫ борон
Саҡырышып ҡалһын яҡындар.
Бына күрерһегеҙ:
Тиҙҙән бында
Килеп етер йылғыр сапҡындар.
Йәшерәктәр,
Итәк-еңен йыйып,
Һәммәһенә әҙер ятһындар.
Шуныһы бар:
Иңдә ике донъя —
Йәйләүҙән тыш, бар бит ҡышлауы.
Ҡышлауҙарын ташлау
Бер ни түгел,
Йәйләүҙәрен ҡыйын ташлауы.
Хуш бул, йәйләү!
Бында үткән көндәр
Изге бер төш һымаҡ тойолдо.
Киләһе йәй беҙҙең
Үтер микән
Үткәргәндәй һиндә быйылды?
Әллә сит тупраҡта
Һибелешеп
Ятып ҡалыр микән һөйәктәр?
Ат өҫтөндә
Буш эйәрҙәр ҡайтһа,
Бәхилләгеҙ, тыуған төйәктәр!
Әммә беҙ эйәрләр
Аттарҙан да
Ҡалмаҫ тимәң әле ҡолондар;
Тыумаҫ тимәң илдә
Шул тайҙарға
Ҡороҡ һалыр сая уландар.
Урал ғына тауҙың
Көн битендә
Йәш уландар әле йәйләрҙәр;
Оҙон ҡороҡ һөйрәп,
Ҡашмау кейеп,
Киленсәктәр ҡолон бәйләрҙәр.
Уларға ла
Ике донъя ҡала:
Йәйләү менән ҡышлау.
Асылда
Уландарға ҡала
Фанилыҡ һәм
Баҡыйлыҡ та тигән фасылдар
Буйға етеп,
Донъя көткән саҡта
Онотмаһын ине ейәндәр:
Фани донъяларға
Иҫ китмәне,
Тырышылды баҡый тигәндә.
Беҙ үҙебеҙ
Тормош көткән саҡта
Онотманыҡ, шуны ныҡ белдек:
Бөгөнгөнө бөгөн
Яҡламаһаң,
Һаҡламаһаң — юҡ ул мәңгелек!
Шуның өсөн
Тау башына менеп,
Яҡыныраҡ килеп Тәңрегә,
Йәйләү менән бөгөн
Хушлаштыҡ беҙ,
Бәлки, бер йыл,
Бәлки, мәңгегә...
2013 йыл. Һайланма әҫәрҙәр. 1 том.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев