Учалы ҡалаһының 9-сы күп профилле полилингваль мәктәбендә "Европа-Азия. Офоҡтарҙы асып" тип аталған туғыҙынсы төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Учалы ҡалаһының 9-сы күп профилле полилингваль мәктәбендә "Европа-Азия. Офоҡтарҙы асып" тип аталған туғыҙынсы төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Был сара Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамында йыл һайын үткәрелә. Конференцияла Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы райондарынан, Сибай, Межгорье, Учалы һәм Мейәс ҡалаларынан мәктәп һәм һөнәри белем биреү ойошмалары уҡыусылары 26 секцияла проекттарҙы яҡланы. Өс йөҙгә яҡын сығышты уҡытыусыларҙан, тау сәнәғәте колледжы, Белорет медицина колледжы педагогтарынан, мәғариф бүлеге методистарынан, тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәренән торған жюри баһаланы. Ҡатнашыусыларҙың эштәре ҡыҙыҡлы, көнүҙәк һәм бай булды.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев