ДОНЪЯ - КӨҘГӨ
Борон заманда бер батша оло һарай һалдырған. Унда миллион көҙгө эленеп торған. Бөтә диуарҙары, иҙәне, түбәһе - барыһы ла тик көҙгөнән булған.
Бер саҡ һарайға бер эт йүгереп барып ингән. Әйләнә-тирәһендә үҙе һымаҡ уҡ эттәрҙе күреп, ҡаушап ҡалған. Тәүҙә эт үҙен яҡлау һәм башҡа эттәрҙе ҡурҡытыу өсөн, тештәрен ыржайтып, ырылдап ҡына торған. Уға яуап итеп баша "эттәр" ҙә ырылдаған. Эт өрөп ҡуйған икән, башҡалар ҙа өргән. Хәҙер инде эт ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булыуын ныҡлап тойған һәм ярһып өрөргә тотонған. Уның ыңғайына башҡа эттәр ҙә ярһыған...
Иртән был этте үле килеш тапҡандар. Һарайҙа ул берҙән-бер эт булған: көҙгөләрҙә миллион үле эт һыны сағылған. Шулай итеп, был эт үҙ күләгәһе, үҙенең көҙгөләге сағылышы менән көрәшеп һәләк булған.
Әгәр ҙә үҙебеҙҙең күңелдә ҡаршылыҡ юҡ икән, ул ҡаршылыҡ тормошта ла булмай.
Әгәр ҙә һин үҙ-үҙеңә ҡамасауламайһың икән, тимәк, тормошта ла һиңә ҡамасаулаусы бер ни ҙә юҡ. Тормош ҡануны шундай.
Донъя - оло бер көҙгө, донъя - көҙгөләге бер сағылыш ҡына...
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев