Предыдущая публикация
Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар тамам борсоуға һала. Күптәр баҡса тултырып сәскән картуфының үтә һыулы булыуы, әле үк тимгел-тимгел ҡара тап төшөүе тураһында белдерә. Бындай картуфты ҡышҡылыҡҡа һаҡлап булырмы икән, был осраҡҡа кәңәш.
Һарайҙың йәки берәй ҡаралтының иҙәненә ҡалын ғына итеп ҡоро бесән түшәгеҙ ҙә өҫтөнә картуфығыҙҙы йәйеп һалығыҙ. Уның өҫтөнә тағы бер ҡатлам бесән йәйегеҙ. Ошо килеш тәүге көҙгө һыуыҡтар төшкәнсе ҡалдырығыҙ. Ҡоро бесән картуфтағы барлыҡ артыҡ дымды әкренләп һурып алып бөтә. Бындай картуфты хәүефләнмәйенә баҙға һалырға була.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 84