Әммә ҡырыҫ холоҡло, үҙ һүҙле Ҡарағолов:
– Йыу тим мин һиңә, йыу! – тип ҡыҙҙы сәсенән тотоп елтерәтте һәм тағы төртөп ебәрҙе.
Ҡыҙ был юлы тағы ла ҡатыраҡ һуғылып, танауы субырлап ҡанай башланы. Йәмиләнең йәнен әйтеп аңлата алмаҫлыҡ асыу-нәфрәт солғаны һәм үҙе лә һиҙмәҫтән “Ҡәбәхәт!” тип, ҡанлы ҡулы менән тәрбиәсенең битенә сәпәне.
– Эттән тыуған нәҫтә! Әле һин тәрбиәсеңә ҡул күтәрәһеңме?
Күҙҙәре аларған Ҡарағолов тос йоҙроғо менән ҡыҙыҡайҙың күҙ төбөнә тондорҙо. Йәмилә иһә йән әсеһе менән: “Үлтерә!” – тип ҡысҡырҙы. Әммә Ҡарағолов ни эшләгәнен белмәй, уның башын стенаға төкөтөп-төкөтөп, таш иҙәнгә йыға һуҡты. Илереү хәлендәге тәрбиәсе ҡыҙҙың ҡулбашына, эсенә тибеп, һүгенә-һүгенә сығып китте. Йәмилә ауыр ыңғырашып ятып ҡалды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2023-06-03/inuar-ayynda-3285932
https://ejansura.ru/news/proish/2025-01-22/v-bashkirii-avtobus-nasmert-zadavil-kontrolyora-4092434
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев