- Эшләмәгән эш ҡалманы заманында. Әле лә һаулығым шәп, шөкөр: йүгереп йөрөйөм, ашайым-эсәм, тик бына саҡ ҡына аллергия йонсота. Шуға күп ризыҡтарҙы сикләргә тура килә, - ти 83 йәшлек Факиһа Бикбаева.
Яңғыҙ йәшәһә лә, бер ҙә яңғыҙ ултырмай ул. Ауылда улдары Зөфәр төпләнгән, яҡында ғына һылыуы 78 йәшлек Маһикамал инәй йәшәй, Ҡыуандыҡтан, Ҡужанаҡтан балалары, туғандары килеп тора. Ауылдаштары менән дә яҡшы мөнәсәбәттә. Шәп, йүгереп йөрөгән инәй әле лә бәйләм эштәре менән була, ултырғысҡа япмалар, тәпешкәләр бәйләй.
- Әле кисә күрше ауылдан тәпешкә бәйләргә өйрәнергә килделәр, ҡот ҡойҙорорға, өшкөртөргә, ноҡот бүлдерергә лә кеше килеп кенә тора...
Ҡыҙылъяр ауылының иң оло кешеһе тураһында сайтта һәм "Ейәнсура таңдары" гәзитендә уҡығыҙ. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2023-10-10/y-shem-ik-ng-etk-nd-babay-a-barmam-inde-3473258?utm_source=odnoklassniki&utm_medium=social&utm_campaign=52740797563083
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 13