#МузейАхметЗакиВалиди
#НациональныймузейРБ
#ИсторияселаКузяново
Гатауллин Марат Абдрахман улының хәтирәләре...
Мин 1930 йылдың йәй айында Түбәнге Әрмет ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. Атайым Абдрахман 1903 йылғы, әсәйем Ғәйнелхаят 1904 йылғы, атайымдың атаһы Юныс, уның атаһы Йософ булған. 1939 йыл Әрметтә 1-се класты уҡыным. 1940 йылда Көҙәнгә күсеп ҡайттыҡ, шунда 4 класс белем алдым. Атайымды 1937 йылда Өфөгә уҡырға ебәрҙеләр. Ике йыл уҡығас, Әрметтән әсәйҙе бай ҡатындары ҡотортоп, Өфөгә хат яҙалар һәм атайҙы уҡыуынан ҡыуалар. Атайым ҡайтырға ғәрләнеп 1940 йылды Өфөнән Урта Азияға сығып китә. Бер-ике тапҡыр посылка һалыуы хәтерҙә ҡалған.
1942 йылдың йәйендә миңә ат менән һалам ташырға ҡуштылар. Әсәйҙе ул ваҡытта Әүжәнгә ағас әҙерләргә ебәргәндәр ине. Ул ҡайтыуға мин уҡыуҙан туҡтаған инем инде, шул мәлдә аслыҡ менән үлем араһында көрәш башланды. Ҡыш бәләкәй сана менән утын ташыу, колхозда төрлө эш, 1943 йылдың яҙында әсәйҙе ҡыуғынға ебәрҙеләр. Ул унда 1 майға тиклем йөрөнө. Беҙ, 2 бала, өләсәйҙең ҡарамағында ҡалдыҡ. Миңә 18 баш тана көтөргә ҡуштылар. Салих ҡарттың Әхмәт тигән улы менән йәйен колхозда бесәндә йөрөнөм. Көҙөн Кирәй ярмаһында халыҡтың быҙауҙарын көттөм, ҡыш фермала төрлө мал ҡараным. 1943 йылды яҙ тырма тырматып ер һөрөргәлә ярай башланым инде. Әсәй тауға бесәнгә китте, Фуат еләк йыйып, өләсәйләрҙә торҙо, үҙ тамағын үҙе туйҙыра башланы. Йәйен бесәндә йөрөнөм, грабилка менән йыйып, күбә тарттыра торған инем. Көҙөн һалам тарттырырға йөрөнөм. Ул ваҡытта колхоз яҙға ҡәҙәр иген һуғып, хөкүмәткә тапшыра торған ине. Был йылдарҙа халыҡ ныҡ йонсоно, ас яланғас булды. 2 ҡабаҡҡа 1 бәләкәй сана утын килтерә торғандар ине. Беҙ аслыҡтан бик йонсоманыҡ, икмәк булмаһа ла, бәрәңге бар ине. Әсәй Ишембайҙан тоҙ, шырпы алып ҡайтып, Павловкаға, Иҫкесәккә барып төрлө әйбергә алыштырҙы. Бәләкәй сана менән утынға Мөшәрәфә апа, Фуат өсәүләшеп бара торғайныҡ. Утын йәйгә тиклем етә.
1944 йыл шулай хәтерҙә ҡалған: Көҙ һарыҡ көтәм, ҡыш фермала ҡолон ҡарайым, аттар менән бергә фермала 12 тай, 4 баш егә торған үгеҙ бар ине. Яҙын ферма өсөн мал сөгөлдөрө, бәрәңге сәстек. Йәйен Ҡан түбәлә, Ҡырын йортта бесән эшләнек. Ферма бригадаһында 4, 5 ҡарт һәм балалар була торғайны. Ашарға балтырған йыйып 1 литр ҡатыҡ менән, 400 грамм он. Көҙгө уборка ваҡытында көлтә ташыным, ер һөрҙөм. Губайдуллин Минеғәли менән ремонтҡа ағас ташыным. Урмандан ҡайтыуға председатель өйгә килеп, төнгө сменаға көлтә ташырға ҡыуа. Төнгө сменаға 500 грамм он бирә торғайнылар. Көҙөнә тағы фермаға эшкә ҡуштылар, был ҡышты ҡолондар 18 баштан 14 башҡа ҡалды. Был осорҙа аттар ҡорсаңҡы ауырыуы менән йонсоно. Ҡышлауға Оло төбәккә ҡалдылар, һалам менән ҡаплаулы навесҡа ут ҡабып, аттар янып үлде. Сөңҡәт (Пистон) бабай менән Гатауллин Тимерйән ҡарай ине аттарҙы, түләттеләр, ә янған итте халыҡ төнөн ташып бөттө.
1945 йылдың көҙөн фермала эшләнем. Ат, тай ҡараным. Бик оҙаҡ ҡар яумай торҙо. Нуриев Мөхәмәтвәли ағайҙар менән Таибә әбейҙәрҙең йорттары янып китте. Беҙҙең йорт аралары йыраҡ булыу сәбәпле генә янмай ҡалдыҡ. Ул төндө мин аттар янында инем. 1945 йылды Еңеү көнөн Көпсәк аҫтында эш еренә килеп хәбәр иттеләр. Был ваҡыттағы уй-кисерештәрҙе нисек яҙып та, аңлатып та булырлыҡ түгел ине. Ул йылды яҙ һалҡын, ямғырлы булды. Йәйен пар ерен һөрҙөм, көҙөн тағы ферма эшенә алдылар. Ат ҡараным. Айына 15 кило иген бирәләр ине. 1945-1946 йылдың ҡышын фермала үткәрҙем, яҙын тауға тай көтөргә ебәрҙеләр. 28 баш малды бер үҙем көттөм. Йылды малдарҙы үлемһеҙ тамамлаған өсөн мине фотоға төшөрҙөләр, гәзиткә яҙҙылар. Премиальный итеп, 280 кило иген һәм бер һарыҡ бирҙеләр. 1947 йылды фермаға курмы ташыныҡ. Ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар: Минигулова Хәмдиә, Марванова Зәйнәп, Нуриева Фатима апалар йөрөнө. Мин был ваҡытта ат менән бер үҙем утынға, бесәнгә йөрөй инем. Йәйгеһен бригадала иген сәстем, кәбән һалдым, ер һөрҙөм. Шуныһы хәтерҙә ныҡ ҡалған, кәбән һалған ваҡытта Мулла сабынлығында кәбән артына ҡасып ҡына Гибадуллин Зиннәт ағай менән икебеҙгә 100 грамм самалы күмәсте көлгә тәгәрәтеп ашай торған инек. Был йылдарҙа халыҡ эшкә бик күпләп йөрөнө: ҡарты-йәше, бала-саға йә колхоз эшендә, йә урманда, тамаҡ туйҙырырға нимә булһа ла алып ҡайтырға…
Яҙ көнө, колхозға һаламға барғанда, еккән атым шишмәгә төштө, бер нисә сәғәт буйына аттың башын, ҡолағына һыу кермәһен тип, күтәреп торҙом. Ҡайтҡас атҡа араҡы эсерҙеләр. Миңә “һин иҫәнме?” тигән кеше лә булманы.
1948 йыл ине, Кирәй ярмаһына һарыҡ ҡыуышырға ебәрҙеләр, барғас өс көн унда булдым, кәртә ремонтлап, силос баҙын асышып йөрөнөм. Ике көн ямғыр яуҙы, ҡар эреп бөттө, минең аяҡта сабата. Саңлы йылғаһын сығырға урын юҡ. Әүхәҙи Гибадуллин тыҡырығына килеп аша һикереп сығырға булдым. Йылғаның уртаһына төшөп саҡ ағып китмәнем, бик ныҡ өшөп ҡайттым, ике көн өйҙә уранып яттым. Нисек ауырмағанмындыр, ғәжәп. Ауылда хаман аслыҡ, яланғаслыҡ, займға яҙыу, налог һәм башҡалар... Аҡтыҡ самауыр йә кәзәң булһа, шуны алып сығып китәләр.
Ҡыш Һайрандан һатып алған колхоз бесәнен ташыныҡ. Мигранов Миңлеғәли менән икебеҙ 4 ат менән көн аша бара тарғайныҡ. 1948 йыл февраль айында Миңлеғәли армияға китте, мин Кутдусов Самат менән 4 ат егеп Ҡырынбикәнән бесән ташый башланыҡ, ул ваҡытта Ҡырынбикәне колхоз саба ине. 4 атҡа 8 мәртәбә һөйрәп сығарып тейәйбеҙ. Белмәйем, ниндәй көс булғандыр инде үҙебеҙҙә. Әсәй, киткәндә бер телем Ишембай икмәген бирә, мин уны Ҡыҙыл-Октябргә еткәнсе ашап бөтә инем. Яҙын Оло Шайымда һыйырҙар өсөн навес эшләнем, йәйен дояркалар менән шунда бесән эшләнем.
Сентябрь айында Ишембайға ФЗО-ға уҡырға киттек. 8 малай өс ай уҡығас, экзамен алдылар, яҡшы уҡығандарҙы Пермь өлкәһенә ебәрҙеләр. Зарипов Нурулла менән мин дә эләктем, барғанда уҡ егеттәр ҡаса башланы. Асҡа интеккәс, әҙерәк икмәк урлаша башланыҡ. Түҙер әмәл ҡалмағас, Нурулла менән мин дә ҡасып ҡайттыҡ. Бик ҡыйынлыҡ менән Стәрлетамаҡтан йәйәү, ас, көс-хәл менән ҡайтып еттек. Ҡайтыу менән мине фермаға эшкә ҡуштылар. 1949 йылдың башында Хәйруллин Зәки, Ғильманов Абдрахман 5 ат менән Алатауҙан малдарға бесән ташыныҡ. Алатауҙа ҡышланым. Март айында мине тайҙар менән быуаҙ бейәләрҙе ҡарарға ҡуштылар. Май айында ауылға ҡайттым, көнөнә эш хаҡы 900 грамм һоло йә ҡарабойҙай оно ине. Көҙөн Әүжәнгә өс айға ағас әҙерләргә ебәрҙеләр. Тәмәке тартырға өйрәндем.
1950 йыл Гиззатуллин Нурғәли, Вәлиев Шәйхелислам ағай, Зарипов Нурулла менән 80 баш тай ҡараныҡ. Бесән сапҡанда 10 сутыйға 200 грамм он бирә торғандар ине, тай көткәнгә 800 грамм ҡарабойҙай оно бирәләр ине. 1951 йылдың май айында армияға киттем. Армияла МВД ғәсҡәрендә хеҙмәт иттем. Советская Гавань шәһәрендә, зэктарҙы һаҡланыҡ, айына 45 һум аҡса түләнеләр. Ай һайын әсәйгә аҡса, посылка һалып торҙом. Был ваҡытта Фуат та армияла ине. 1954 йылдың 17 октяберендә армиянан өйгә ҡайтып керҙем. Ноябрҙә икенсе бригадаға бригадир итеп ҡуйҙылар. 1955 йыл бик уңай килмәне. Ул ваҡытта комбайн, тракторҙар МТС ҡулында ине. Колхозға 4 трактор килә ине. Комбайндар ырҙында ултырып көлтәнән иген таҙарта, аҙаҡ ат менән игенде складҡа ташый.
Һалам өйөү, бесән эшләү ҡул менән йә ат грабилкаһы менән эшләнде. Ураҡ менән иген игеү бөтмәгән ине әле. 1957 йыл кукуруз үҫтерә башланыҡ. 80 гектарға сәселгән кукурузды Шишмә аръяғын косилка менән сабып бесән иттек. Майлегән менән Саңлы аҫтын ҡул салғыһы менән сабып, ат менән ташып туратып силосҡа һалдыҡ. Бик оҙаҡҡа һуҙылды.
1955 йылдың март айында Фәткуллина Миңнегөл Абдрахман ҡыҙына өйләндем. Әсәһе Миңлезифа, ә Миңнегөл үҙе 1935 йылды тыуған. 1954 йыл колхоз председателе Кинйәбулатов, 1955-60 йылдарҙа Низамов Зәйнитдин Сәхәүетдин улы булды.
1958 йыл башлап сөгөлдөр сәстек 24 гектарға. Халыҡ аҡса, шәкәр бирәбеҙ тигәнгә ышанманы, бик уңды, көҙ ямғырлы булды, бик оҙаҡ һәнәк менән ҡаҙып алдыҡ. Аграном Мигранов Мөғин Вәли улы. 1958 йылды ауылда ике бригада ҡалды. Береһендә Ғибадуллин Зиннәт ағай, ә ярҙамсыһы Галиуллин Рәүеф Тимерхан улы көҙ көнө ветеринария училищеһына уҡырға китте.
1959 йыл отчет йыйылышында мине Зам.пред. итеп һайланылар. Айына 30 һум зарплата һәм 45 хеҙмәт көнө (трудодень). 1960 йыл мине ҡыҫҡарттылар. Зам.пред һәм парторг итеп Ахмедьянов Сабирьян Мырҙагилде улы һайланды, ә мин фермала учетчик булып ҡалдым. Ҡотлобаев Ғариф колхоз председателе, Гумеров с/с председателе, Вәлиев Әнүәр Ханнан улы аграном итеп һайланды.
1960 йылдың йәйе колхозға кирбес һуға башланыҡ. Был эште Мигранов Нәғим, Самигуллин Миңлеғәли, Ғибадуллин Зиннәт, Әхметдьянов Рәшит башҡарҙы. Шул йылды мине беренсе бригадаға бригадир итеп ҡуйҙылар. Эш хаҡы бирә башланылар. 1958 йыл колхозға трактор –комбайн бирелде. ОВН иген елгәргесе килтерелде, эш күпкә еңеләйҙе. 1957 йыл ауылға электр кертә башланылар.
1965 йылғы отчет йыйылышында Ҡотлобаев эштән сыҡты һәм Зарипов Абдразаҡ эш башланы. 1960 йыл колхоз аҡса менән түләүгә күсһә лә, халыҡҡа түләргә аҡса булмай. Утын ҡырҡып, таҡта ярып, һалабаш һалып, ҡыйынлыҡ менән аҡса бирелде. Халыҡҡа тәү башлап диләнке алып утын әҙерләүҙе Ҡотлобаев ойошторҙы. Колзозда бер ЗИС, ике ГАЗ-51 машинаһы бар ине. Колхозсылар бура буратып машина менән ташып алдылар. Трактористар көнө-төнө эшләй.
1965 йыл урып-йыйыу ваҡыты бик ямғырлы булды, иген үҫкән. Һуҡҡан арышты колхозсыларға таратып киптерергә ҡуштыҡ.
1965-1974 йылдарҙа Зарипов Абдразаҡ эшләгәндә иген яҡшы уңды, 20-21 центнер гектарынан, 36000 тулайым йыйып алған йылдар булды. Эш хаҡы ай һайын бирелде, колхоздың аҡсаһы булмаһа ла, хөкүмәт эш хаҡы түләргә аҡса бирҙе.
1974-1985 йылда Шаяхметов Әүхәҙи председатель булып эшләне. Тәү осорҙа эш ыңғай барҙы, һуңға табан артҡа тәгәрәй башланы.
Вәлиев Шәйхетдин армияға киткәс, мине 1972 йылда завферма итеп урынына алдылар, шунан бирле завферма булып эшләнем. Тәүге йылдарҙа һыйырҙы йәйен-ҡышын ҡул менән һауҙыҡ. 1980 йылды УДС менән йәйләүҙә һауа башланыҡ, ә ҡыш көнө һауа башлау өсөн иҫке коровникты үҙгәртеп, торбалар үткәрҙек. Шулай итеп ҡул менән һауыу бөттө, ә аҙыҡ биреү, тиреҫ сығарыу ҡул көсө менән башҡарылды. 1974-1990 йылдарҙа ферма район фермалары араһында алдынғыларҙан булды, бер нисә мәртәбә байраҡ
тапшырылды. Ике тапҡыр Рәсәй буйынса призлы урын алып диплом менән бүләкләнеләр. Аҡсалата премиялар алдыҡ, бик уңышлы йылдар булды.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 4