Предыдущая публикация
Һүнгән тимә һөйөү усағым.
Минең өсөн ерҙә тик бер ожмах,
Йәнекәйем һинең ҡосағың.
Һүҙҙәр-һүҙҙәр, күпме һөйләһәм дә,
Улар бит ул бары ҡоро һөйләм.
Ә мин һине бар булмышым менән,
Һүҙһеҙ генә һаман өҙ(ө)лөп һөйәм.
Уңыштарың уртаҡ шатлыҡ миңә,
Һин уфтанһаң мин дә ут янам.
Көнләшмә лә мине сит яттарҙан,
Мин бит һине һөйәм, диуанам.
Яҙмышыма яҙған йәрем минең,
Шөкөр Хоҙай тиеп ҡыуанам.
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 28