Предыдущая публикация
Өлтөрәп кенә торам.
Тәмле-татлы ашатайым,
Тиҙ үк ҡоймағын ҡоям.
Һине күрһәм онотола,
Тормош мәшәҡәттәре.
Нәнәй булыу бәхет икән,
йәшәүҙең рәхәттәре.
Кескәй генә ҡулдар менән,
Килеп ҡосаҡлап ала.
Нәнәй тиеп әйтеү була,
Йөрәгемә май яға.
Ҡолонсағым,ҡара ҡашым
Ул минең ейәнсәрем.
Рәхмәт Хоҙай был бәхетте
Булғанға күрәсәгем.
Ғүмер бирһен,күргем килә
Баламдың киләсәген.
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 33