Ә һин мине ярат төрлө саҡта ,
Ярат мине һәр саҡ, һәр саҡ та.
Шатлыҡлы һәм уҫал ваҡытта ла,
Шелтәлә һин мине ҡай саҡта.
Һинең өсөн иң -иң булайым мин,
Сибәр, сихри һәм дә шаян бик.
Эҙлә гел дә һин уңайлы мәлде
Һөйөүеңде миңә әйтәм тип.
Яҙ, шылтырат, хәлде белешеп тор!
Ҡайҙа киткәм, ҡасан ҡайтырмын.
Әммә артыҡ , зинһар, ҡыҙыҡһынма,
Мин гел йомаҡ булып ҡалырмын.
Иҫкиткес тип әйт һин миңә һәр саҡ,
Килешмәһә сәстәрем әгәр.
Миңә таяныс бул ауыр булһа,
Күңелһеҙлек мәлдә минең һәр.
Аңла мине ауыр булһа ла бик!
Әммә артыҡ көсөң һалмай бик.
Бары тыныс ҡына һәм дә бик һаҡ
Барһын үткәрергә ярҙам ит.
Ә ҡай саҡта бәхәс ваҡытында
Әйтһәм һиңә ҡалдыр мине тип!
Зинһар, китмә! Ҡал һин яндарымда!
Ауыр булыр миңә һинһеҙ бик!
Беҙҙең менән беләм ауыр һеҙгә,
Ир -егеттәр йәлдәр ҡай саҡ бик.
Еңел булыр ине йәшәү бәлки,
Әгәр үҙебеҙ белһәк ни кәрәк.
Нутфуллина Рәйлә
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 7