Бер тракторист эшкә сыҡҡан яланға. Тырмағамы, катоккамы , шул ике эштең береһен эшләргә инде. Баш ауыртҡандыр инде, Бер ярты һалып сыҡҡан кеҫәһенә яйлап имеп йөрөргә. Тулке әллә сама белмәй йотҡан «дарыуын», әллә арыуы еткән, эшләй торғас-бер заман ялан уртаһында ориентир юғалтҡан бит, ҡәһәрең, әллә күҙен томан ҡаплаған, әллә бүтән сәбәпле, әйләнсек һарыҡ кеүек бер урында әйләнә башлаған ти. Оло ғара яланда ошо «карусель» барғанда , әмәлгә ҡалғандай, нишләп был ҡайтмай икән, ул яланды күптәнән бөтөргә тейеш ине, тип эҙләп сыҡҡан помпотех ( помощник бригадира по технической части)килеп сыға . Килеп тә сыға , әмәлен табып кабинаһына менеп тә етә, ҡолаҡ төбөнә ҡундыра ла «карусельщиктың». Теге айнып киткәндәй була, ағай, аҙаштым бит, ҡайтыр юлды күрһәт әле, ти.
Помпотех тегене тракторҙан төшөрөп ауыл яғын күрһәтеп тороп, икенсе ҡолаҡҡа ямай.
- Күрҙеңме ?
- Күрҙем, ағай, күрҙем!
Ошо процедура үткәс, тура юлдан яҙлыҡмай тракторист ,туп туры ҡайтып китә тракторы менән.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 10