Предыдущая публикация
Туғандарым, ете-яттарым.
Һаулыҡ бирһен Хоҙай, һаулыҡ тиеп,
Ҡөръән сүрәләрен ятланым.
Һаулыҡтан да ҡиммәт ни бар икән,
Һатылмай ул хатта аҡсаға.
Кемдә уңа, кемдә туңа тиеп,
Үҫкән емеш түгел баҡсала.
Һаулыҡ булһа, донъя матур, теүәл,
Кеше көнлө күҙҙәр тилмермәй.
Һаулыҡ-бәхет, донъя мөлкәттәре,
Уның кеүек бәхет килтермәй.
Бөгөндән үк тороп үҙебеҙҙе,
Ҡәҙер итеп һөйөп бағайыҡ.
Һуңламайыҡ, берүк һуңламайыҡ,
Үҙебеҙгә ваҡыт табайыҡ.
Кемгә кәрәк булыр сирле кеше?
Һаулыҡ-бәхет, шуны аңлайыҡ.
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3