Уҙған шәмбе Әхмәтзәки Вәлидиҙең туғандары - ғаиләһе менән Абдуллина Айгөл Мәғәфүр ҡыҙы; тарих фәндәре кандидаты, «Тарихи мөхит» һәм «КЛИО» телепроекттары авторы һәм алып барыусыһы, тележурналист Салауат Ишмөхәмәт улы Хамидуллин; тарих фәндәре кандидаты Моратова Венера Нәжип ҡыҙы; «Ашҡаҙар» радиоһы журналисы Фәһимә Мәжитовалар килеп китте.
Салауат Ишмөхәмәт улы, Венера Нәжип ҡыҙы, Фәһимә Әхмәҙулла ҡыҙы -барыһы ла музейға тәүге тапҡыр килгәндәр икән. Ҡапҡанан кергәс тә Вәлиди ҡойоһоноң шифалы һыуын эсеп, ауыл халҡы, йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынып, йәнле әңгәмә башланып китте.
Сара инәйҙең ҡыҙы Нурия Килмөхәмәтова музейҙың 30 йыллыҡ юбилейына тип картина эшләткән. Балалары тантаналы рәүештә бүләкте музей етәксеһенә тапшырҙы. Ҡәҙерле бүләк экспозицияла үҙ урынын табасаҡ.
Экспозиция залы буйлап сәйәхәт ҡылғас, әңгәмә түңәрәк өҫтәл артында күстәнәстәр менән сәй эсеп дауам итте.
Аҙаҡ ата-олаталар ҡәберенә зыярат ҡылып, доға уҡығас, ҡунаҡтар ҡайтыр юлға ҡуҙғалды.
Йыраҡ араларҙы яҡын итеп, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тыуған төйәген күрергә килгән туғандарға, ҡунаҡтарға ҙур РӘХМӘТ!
Йөрөгән юлдарығыҙ , эштәрегеҙ уң, уҙегеҙ исән-һау булығыҙ!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев