#Ғаиләйылы
#МузейАхметЗакиВалиди
22 июнь Ишембай Районы Көҙән ауылында шаулап-гөрләп Ҡәҙермәт вариҫтарының шәжәрә байрамы үтте.
Байрамға йыйылған кешеләр иң тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ, яугир-һалдаттар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Әхмәтзәки Вәлиди музейында Хәтер көнөнә арналған күргәҙмә ҡарап, һабантуй яланына йыйылды.
Шәжәрә тамырҙарын барлау, туғандарҙы бергә йыйыу идеяһы менән Лотфуллин Әхмәт Мөхәмәт улы бер нисә йыл инде янып-көйөп йөрөнө.
Туғандар, ғаилә дуҫтары, ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, китапхана, музей хеҙмәткәрҙәре берҙәм булып был идеяны күтәреп алдылар.
Шәжәрә байрамы бик ойошҡан рәүештә, матур итеп төҙөлгән сценарий буйынса бер тында үтеп китте.
Килгән ҡунаҡтарҙың күптәре осрашып та, туған икәндәрен белмәй йәшәгәндәр икән. Хәҙер инде туғанлыҡ ептәрен барлап, был сылбырҙы килер быуындарға ышаныслы тапшырырҙар тип ышанабыҙ. Шәжәрә байрамының иң төп маҡсаты– нәҫел тамырҙарын һаҡлау, уны онотмай, ҡоротмай, киләсәккә алып барыу.
Ауылыбыҙҙа әлеге ваҡытта шәжәрәне архив документтарға таянып Лотфуллин Әхмәт Мөхәмәт улы менән Зарипов Рәжәп Абдулхаҡ улы төҙөй. Уларға нәсел ептәрен бәйләп ебәртер өсөн төрлө төбәктәрҙән кешеләр мөрәжәғәт итеп тора. Һәр береһенә ваҡыт табып, ярҙам итеп ебәрә улар. Шулай туғандар бер-береһен табалар. Ошо ҙур, сауаплы эшегеҙҙә Әхмәт Мөхәмәт улы, Рәжәп Абдулхаҡ улы һеҙгә Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте, рәхмәте һәм бәрәкәте насип итһен!
Был матур байрамдар артабан да ауылыбыҙҙа үтеп торор тип ышанабыҙ. Тәрән тамырҙарыбыҙҙы өйрәйнәйек!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1