Нимә булды, замана бәндәһенә,
Йондоҙсыға алмаштырҙы Алланы.
Раббыһын онотоп, улар данлай,
Үгеҙ, йылан, юлбарыҫ һәм ҡуянды.
Йыл миҙгелдәр уҙған һайын,
Күҙҙәрем, был зоопарктан ҡамаша.
Ошолор тип, мин уйға батам,
Иблис ҡуйған, сихырлаусы тамаша.
Аллаһы Тәғәлә бит, беҙҙе бар иткән,
Донъяла, кеше булып йәшәргә.
Ниңә һуң, улай булғас яҡындарым,
Хайуан хәленә тиклем төшөргә.
Дуҫтар, ниңә һеҙ йондоҙсыларҙан,
Мул байлыҡ - ләззәт юрайһығыҙ.
Изге Аллаһыбыҙҙан да көслөрәк,
Бөйөк илаһ, бар тип уйлайһығыҙ.
Киләсәк тормошта ниҙәр буласағы,
Тик Аллаһыбыҙ Ғайса ҡулында.
Әгәр инанһағыҙ, хәҡиҡәт һүҙгә,
Мәсих, Үҙе торор юлығыҙҙа.
Яҡындарым, әйтер һүҙем ошо,
Һорағыҙ, Хоҙай вәғәҙә иткәнде.
Хайуанды тик хайуан яратһын,
Ә һеҙ Аллаһынан ғына килгәнде.
22.12.2024 Рәил Аҙнай
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев