Мостай Кәрим ижадын һөйөүселәр! Барығыҙҙы ла Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған «О, һөйөү, һин үлемһеҙлек бирҙең» күргәҙмәһе сиктәрендә үткәреләсәк «Мостай янында» әҙәби-музыкаль кисәгә саҡыра.
Сараның төп ҡунаҡтары: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин һәм башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев. Улар үҙҙәренең бөйөк шәхес менән осрашҡан мәлдәре хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлешәсәк.
Сарала шулай уҡ йәш шағирҙар, Өфө фән һәм технология университеты студенттары, һәм Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһының уҡыусылары ҡатнашасаҡ. Кисәне Мостай Кәримдең һүҙҙәренә яҙылған йырҙар биҙәйәсәк.
Инеү бушлай. Мостай иленә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
#Миллимузей #нашМустай #НациональныймузейРБ #МустайКарим105 #НМРБ160 #выставкиуфы #выставкимузеев2024
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев