Предыдущая публикация
* * *
Һәм тышта ҡыш... Ә тышта ҡыш.
Тышта һаман ҡыш.
Тәҙрә төбөндә илай ҙа көлә,
илай ҙа көлә
Һирәкләнгән миләш суҡтары.
Бер аҙнанан, тәрән көрт йырып, һеҙгә
хәл белергә тиеп уҡталдым,
Тик, туҡтап ҡалдым...
Миләштәрем оса белә икән,
Ҡанаттарын елпеп юҡ булды...
Ҡыҙылтүштәр, әй, һеҙ — ҡантүштәр
йыуанысым миләш ине бит,
Улар кеүек күҙгә-күҙ терәшеп,
тора алырһығыҙмы һеҙ ҡарашып?
Ҡанатлы шул һеҙ, ахыры, мин дә
артығыҙҙан ҡалмай илһамланып,
миләш эҙләп осоп йөрөрмөн.
2015 йыл. "Мин, бәлки, урап та килмәҫмен..." исемле китаптан.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев