»
Фирүзә Абдуллинаның исеме шиғриәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Күңеле тулы йыр-моң булған ижадсының тормошсан, ябай ғына шиғырҙары халыҡсан фәлсәфә, тәрбиә менән һуғарылған. Баймаҡ районы Шүлкә ауылы һылыуы мәктәп йылдарынан әҙәбиәткә ғашиҡ. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт һәм рус филологияһы факультетында уҡығанда «Ашҡаҙар» ижади түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә ул. Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған мәртәбәле уҡытыусы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында матур итеп донъя көтә. Ул – «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!», «Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!», «Ихлас күңелдән!», «Әсәйем һабаҡтары» исемле китаптар авторы. Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына йөҙгә яҡын йыр ижад ителгән.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1