Предыдущая публикация
Ҡайтмаҫ ергә китеп барҙың әсәй,
Арттарыңдан илап югерҙем.
Яҡты доньяларҙы ташлап китеп,
Ҡара гүргә нейә һин керҙең.
Кәңәш кенә биреп ултырһаң да,
Риза булыр инем барыһына.
Бер күрергә зар-интизар булдым,
Күңелкәйем һине юҡһына.
Һис кенә лә күҙ алдымдан китмәй,
Йылы ҡараштарың, һүҙҙәрең.
Әсәй бәғерем нигә ташлап киттең,
Нигә йомдоң наҙлы күҙҙәрең.
Фани донья,алдаҡ тормош бит ул,
Әрнеүҙәргә һала йөрәкте.
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белегеҙ һеҙ.
Аҙаҡ тешләп булмай терһәкте.
Земфира Ахмадуллина (Исмагилова)
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3