-Клубҡа видео күрһәтеүсе килгән!
Был хәбәрҙе ишетеү менән мин дивандан һикереп торҙом. Тормай ни , бына бер йыл тирәһе йома көн һайын кис ҡаланан бер кеше видеомагнитофон алып килеп голливуд фильмдары- боевиктар , комедиялар күрһәтә.,ике сеанс .Бөтә ауыл ир-аттары бара ҡарарға , аҙаҡтан бала-сағаны ҡыуалап ҡайтарып, эротика ла ҡарайҙар, иманһыҙҙар...
Бер сәғәттән дуҫ иптәштәрҙе йыйып клуб алдында баҫып тора инем инде .
Бөгөн иҫтәр китеп Чак Норрис ҡатнашҡан боевик ҡараныҡ малайҙар менән. Вәт, һуғыша, исмаһам! Нисә кешегә бер үҙе ҡаршы тора бит! Иҫ китәрлек!
Икенсе сеанс алдынан бөтә халыҡ клуб алдына тәмәке тартырға , һауа һуларға сыҡты .
Беҙ, йәш егеттәр,,бер мөйөштә өймәкләшеп , кино ҡарағанда алған тәҫьораттар менән булешә инек. Ҡаланан ҡайтҡан бер беҙҙең егет каратэға йөрөй икән, маҡтанып приемдар курһәтә , аяҡтары ҡулдарына күҙ эйәрмәй, малай, кино геройҙарынан ҡалышмай, суҡынсыҡ!
- Һуғыш була ҡалһа -миңә бер кем тора алмай , егеттәр!- тип маҡтанып та ҡуйған була. Ауыл егеттәре һоҡланып ҡарап торған булалар инде, үҙҙәренең ҡулдарынан килмәгәс...
Шул ваҡытта күрше ауылдың ике "текә" егете килеп сыҡты. Уйынға килһәләр, һуғыш сығармай ҡайтмайҙар был ике әзмәүер егет. Беҙҙең "каратист" барып күреште былар менән , яҡын ғына ағалары бит .
Теге һуғыш суҡмарҙары кемгә төртөлөргә белмәй торғанда , Клубтың артында һүгенгән тауыш сыҡты. Унда тыҡрыҡ ине, аҫҡы урамға сыға торған, белгән кеше ҡараңғы саҡта унан йөрөмәй , саҡ ҡына ямғыр яуһа, куләүек, батҡаҡ унда. Белмәгән кеше батты ахыры, батҡаҡҡа , шул һүгенә ,тип уйлап та өлгөрмәнек, Теге ике егет:
- Кем унда борзый? тип кереп тә китте клуб артына... Беҙ , был егеткә не повезло, туҡмала инде тип, көтәбеҙ.
Ҡысҡырыш нисек башланды шулай уҡ тиҙ баҫылды , нисектер. Һыңҡ һыңҡ тигән тауыш ҡына ишетелде лә...
Беҙҙең "каратист" малай, ағайҙарҙа ярҙам кәрәк , ахырыһы тип йөгөрөп кереп китте артҡа. һияй тип ҡысҡырыу тауышы менән ҡараңғынан бер йыуан ҡул күренде лә, шкаф кеүек кәүҙәле ағай беҙҙең "каратисты" теге Карабас Барабас Буратиноны елкәһенән тотоп керетә бит ҡурсаҡ театрына, шулай уҡ тотоп килеп сыҡты беҙҙең янға.
- Чей ребенок? -тип һораны .
-Забирайте! -тип , ергә төшөрмәй кенә, артына типкәйне, һауала уҡ разгон ала башлаған бахыр "каратистыбыҙ" аяҡтары ергә тейеү менән уҡ кеуек клубтың икенсе мөйөшөнә йүгереп , юҡҡа сыҡты.
теге ике "әтәс"тә ятҡан ерҙәренән шым ғына сығып , матайҙарына ултырып тайыу яғын ҡараны.
Мин ныҡлап ҡараһам, был бәһлеүән, беҙҙең ауылдан Марс ағай булып сыҡты. Күптән Салауат ҡалаһында төпләнгән ағай, ҡунаҡҡа ҡайтҡан икән. Туғандары , ағайҙы ҡалдырып ,кино ҡарарға киткән дә юғалған, шунан был да клубты күреп ҡайтайым , йәшлекте иҫкә төшөрөп тип сыҡҡан урам буйына. Түлке нишләптер ,яҡты урамдан килмәйенсә, аҫҡы урамдан килгән...
Ишетеүемсә,йәш сағында , бер юл бирмәгән тиҫкәре ылаусыны арбаһы -аты менән күтәреп урынында 180 градусҡа бороп ҡуйған был ағай, был егеттәр сүп кенә уның өсөн.
Бындай үҙебеҙҙең боевикты күргәс, беҙгә Норрис, ван Даммдар аяҡ -ҡул һелтәүҙәре өтәҫләнгән әтәстәр һуғышы кеүек кенә куренә ине инде. Ололар икенсе сеансҡа инеп киттеләр ,ә беҙ, йәштәр, яңы беҙҙең "боевикты"ң деталдәрен иҫкә төшөрә төшөрә ,ҡайтып киттек.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев