Предыдущая публикация
Әйткән борон әбей-бабайлар
Ә ҡайындар шул тиклегем һылыу
Куҙҙең яуын алып торалар
Күпме шиғыр ҡайынға яҙғандар
Күпме көйҙәр уңа һалғандар?
Ағасҡайға берәү "инәй" тип өндәшкән
Кемдер "яратҡанын" күреп һөйләшкән
Мин дә шул ҡайынҡайҙарҙы һөйәм
Күрһәм юлда, төшөп баш эйәм
Маңлайымды терәп ботағына
Бөҙрә сәскәйҙәрен һыпырам
Оялып ҡына карай ул да миңә
Зифа буйҡайҙары бөгөлә
"Серләреңде һөйләп, көс ал минән"
Тигән һымаҡ ҡына тойола.
Райманова (Тукташева) Марзия Мансуровна
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 33