(Шиғырым үҙемдең тыуған йылыма Аждаһа йылына бағышлана)
Ун ике йыл бик һағынып
Көтөп алғайным һине,
Бына инде моңһоуланып
Оҙатам Йылым һине .
Хәтереңдәме һин миңә
Алтын ҡәләм биргәйнең,
Заманыңдың һәр һулышын
Яҙа бар һин, тигәйнең
.
Шул ҡәләмде ҡулда тотоп
Һаман яҙам да яҙам,
Алтын ҡәләм өсөн һиңә
Рәхмәт, минең Аждаһам!
Ун ике йыллыҡ ижадым
Бер арбаға тейәлде,
Сәсәнлек тигән донъяның
Биҙәгенә әйләнде.
Ун ике йылдан курештек
Иҫәнлектә, һаулыҡта,
Рәхмәт әйтәм Аждаһама
Гел булайыҡ Дуҫлыҡта!
Күтәрел дә юғарыға
Башҡаға ҡул бир, тинең,
Хәҙер инде бар тарафта
Дуҫтарым бик күп минең!
Улар менән бергәләшеп
Беҙ бер сафта киләбеҙ,
Берҙәмлектең бик оло көс
Булғанлығын беләбеҙ!
Уңыштарым бик күп булды
Аждаһам, үҙ йылымда,
Һис көтмәгән саҡтарҙа ла
Осранылар юлымда .
Һин халыҡты ойошторҙоң,
Берҙәмлеккә өйрәттең,
Еңеүҙе тырышлыҡ менән
Яуларһығыҙ, тип әйттең
Һуғыш туҡтамаған өсөн
Һин ғәйепле түгелһең,
Ҡаты *Сәтләүегең*менән
Башын өҙҙөң ғифриттең.
Һуғыш суҡмары ғифриттең
Көнө ҡалды һынаулы,
Уларын Йылан тамамлар,
Тик булмаһын ағыулы.
Рәхмәттәр әйтеп оҙатам
Һине, минең Аждаһам,
Ун ике йылдан килгәнсе
Әллә бар, әллә булмам.
Аҡыл йылы Аждаһам,
Дуҫлыҡ йылы Аждаһам,
Уңыш һәм муллыктар йылы
Тыуған йылым - Аждаһам!
Һин бит миңә тыуыр өсөн
Инселәп биргән йылым,
Әйҙәле , ҡосаҡлашайыҡ
Бик ҡәҙерле Үҙ йылым!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә
31.12.2024
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев