Предыдущая публикация
Халыҡ-ара туған тел көнө Башҡортостанда киң билдәләнә. Уның республика Хөкүмәте тарафынан раҫланған программаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың милли һәм полилингваль мәктәптәр директорҙары менән осрашыуы, туған телдәрҙе уҡытыуға арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция, “Торатау” конгресс-холында түңәрәк ҡор, мәктәптәрҙә “Тел – халыҡ тарихы” темаһына берҙәм синыф сәғәттәре, Туған тел көнөнә арналған дөйөм мәктәп линейкалары, яҙыусылар менән осрашыуҙар һәм башҡа бик күп саралар ҡаралған.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев