Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе 10 эш көнө дауамында ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие түләй. Иҫәп эш биреүсегеҙ һеҙҙең мәғлүмәттәрҙе һәм реквизиттарҙы раҫлаған көндән башлап бара.
💸 Пособие тәғәйенләү өсөн уртаса эш хаҡы хеҙмәткәрҙең страховка осрағы башланғанға тиклемге ике календарь йылдағы эш хаҡынан сығып иҫәпләнә. Пособие страховка стажына ла бәйле. Ул:
- 8 йылдан ашыу булһа – уртаса эш хаҡының 100;
- 5 йылдан 8 йылға тиклем булғанда – уртаса эш хаҡының 80;
- 5 йылдан кәмерәк булһа – уртаса эш хаҡының 60 проценты күләмендә билдәләнә.
Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тураһындағы мәғлүмәт менән беҙҙең яҙмала танышығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев