Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.
Пособие алыу хоҡуғы һәм уның күләме билдәле бер төбәктәге йәшәү минимумына ҡарап билдәләнә.
🧳 Ғаилә йәшәү минимумы икенсе төрлө күләмдә булған төбәккә күсеп китһә, пособие түләү туҡтатыла. Әгәр ғаилә талаптар буйынса тап килһә, яңы урында пособиены ҡабаттан юлларға кәрәк.
📍 Адрес:
- пособие алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә йәшәү урынын раҫларға кәрәк. Бының өсөн ағымдағы теркәлеү адресын күрһәтегеҙ. Социаль фонд уны тикшерәсәк.
- әгәр мәғлүмәт булмаһа йәки йәшәгән төбәгегеҙ берҙәм пособие юллау төбәге менән тап килмәһә, Социаль фонд өҫтәмә документтар һорай.
📁 Шәхси мәғлүмәттәр:
- мәғлүмәттәрегеҙҙең дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ, юғиһә һеҙгә пособие тәғәйенләнмәйәсәк.
💳 Пособие алыу өсөн реквизиттар:
- әгәр пособие алыу өсөн банк иҫәбе һайлаһағыҙ, уға ғариза биреүсенең МИР картаһы бәйләнгән булырға тейеш.
Кем пособие алырға хоҡуҡлы, ниндәй документтар кәрәк һәм үҙеңдең килемеңде нисек дөрөҫ баһаларға – беҙҙең яҙмаларҙа уҡығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев