Предыдущая публикация
Владимир Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.
Түләүҙе:
- махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан осорҙа;
- Сүриә Ғәрәп Республикаһы биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәгәндә әсирлеккә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең балалары алырға мөмкин
💰 Түләүҙең күләме бала өсөн йәшәү минимумына тиң. 2025 йылда Башҡортостанда ул 15 309 һум тәшкил итә.
Был социаль пособие башҡа түләүҙәргә һәм социаль ярҙам сараларына хоҡуҡты билдәләгәндә иҫәпкә алынмай.
Айлыҡ түләү командирҙың бойороғонда күрһәтелгән әсирлеккә төшөү йәки хәбәрһеҙ юғалыу датаһынан башлап тәғәйенләнә, әммә 2024 йылдың 1 декабренән дә алдараҡ түгел.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев