1️⃣ Бенгал уттарын махсус магазиндарҙа ғына һатып алығыҙ. Пиротехниканың яраҡлылыҡ ваҡытын һәм төргәктең бөтөнлөгөн тикшерегеҙ.
2️⃣ Бенгал уттарын ут эләгеүҙән еңел генә тоҡанып китерҙәй әйберҙәрҙән алыҫыраҡ ерҙә тоҡандырығыҙ. Хәүефле зонаның радиусы – 0,5 метр.
3️⃣ Өйҙә хәүефлелек буйынса беренсе класлы яҡтыртҡыстарҙы ғына ҡулланырға мөмкин.
4️⃣ Осҡон күҙегеҙгә һәм тын юлдарына эләкмәһен өсөн утты ҡул һуҙымында тоҡандырығыҙ һәм уның өҫтөнә эйелмәгеҙ.
5️⃣ Янған ваҡытта осҡон ҡулығыҙға теймәһен һәм бешмәҫ өсөн бенгал утын бер аҙ ҡырынайтып тотоғоҙ
6️⃣ Өлкәндәр булмағанда бәләкәй балаларҙың ҡулына ут тоттормағыҙ.
7️⃣ Бенгал уттарын эскән килеш яндырмағыҙ һәм ҡулланмағыҙ.
8️⃣ Янып бөткәс, тулыһынса һыуынһын өсөн таяҡсаны һыулы һауытҡа һалығыҙ.
Янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән «112» йәки «101» телефон һандарына шылтыратығыҙ.
Байрамдар имен үтһен!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев