Был 29, 30 һәм 31 декабрҙәге ял көндәренә лә ҡағыла. Әммә график буйынса эшкә сыҡһағыҙ, эш хаҡы ғәҙәттәгесә түләнә.
Оклад алып эшләгәндәргә айлыҡ эш ваҡыты нормаһынан артып киткән сәғәттәр йәки көндәр өсөн икеләтә түләү ҡаралған.
▶️ Мәҫәлән, хеҙмәткәр һигеҙ сәғәтлек эш көнө менән 5/2 графигы буйынса эшләһә, уның ғинуарҙағы эш нормаһы 8 × 17 (эш көндәре һаны) = 136 сәғәт. Ошо күрһәткестән артып киткән һәм байрамдарҙа эшләгән бөтә ваҡыт икеләтә күләмдә түләнә.
Эш күләменә һәм эш сәғәтенә ҡарап хаҡ алған хеҙмәткәрҙәр байрам көндәрендә башҡарылған эш күләме йәки эшләгән ваҡыт өсөн кәмендә икеләтә ставка алырға тейеш.
Арттырып түләнәсәк эш хаҡы урынына өҫтәмә ял көнө һорарға мөмкин. Ул саҡта һеҙгә аҡсалата эш хаҡы ғәҙәти сменаға түләнгән кеүек түләнә. Шул уҡ ваҡытта ял көнө өсөн түләнмәй.
❗ Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, эш биреүсе байрамдарҙа эшкә сығырға мәжбүр итә алмай: һеҙҙең яҙма ризалығығыҙ кәрәк.
Бынан тыш:
- йөклө ҡатындарҙы;
- бәлиғ булмағандарҙы (спортсыларҙан һәм ижади һөнәр эйәләренән тыш);
- һаулыҡ күрһәткестәре буйынса эшкә сыға алмағандарҙы (уларҙың медицина һығымтаһы булырға тейеш) ял һәм байрам көндәрендә эшкә йәлеп итергә ярамай.
Әгәр байрам ваҡытында эшләгән өсөн хеҙмәт хаҡын икеләтә тариф буйынса түләүҙән йәки өҫтәмә ял көнө биреүҙән баш тартһалар, хеҙмәт инспекцияһына йәки прокуратураға мөрәжәғәт итегеҙ.
✉️ Башҡортостанда хеҙмәт инспекцияһына нисек ялыу бирергә:
- 8 (800) 707-88-41 һандары буйынса Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттең тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу линияһы йәки 8 (347) 277-87-02 һандары буйынса Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоуҙар буйынса ҡыҙыу линияға шылтыратырға.
- онлайнинспекция.рф порталы аша, git03@rostrud.gov.ru электрон почтаһына йәки 450059, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Оло Граждан урамы, 24 адресы буйынса ялыу ебәрергә.
- Өфө ҡалаһы, Оло Граждан урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан Башҡортостан Республикаһында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына шәхси ҡабул итеүгә яҙылырға. Телефоны: 8 (347) 277-87-09.
📆 Шәхси ҡабул итеүҙәр графигы:
– дүшәмбе-кесаҙна – Өфө ваҡыты буйынса 09:00-18:00 сәғәттәрҙә;
- йома – Өфө ваҡыты буйынса 09:00-17.45 сәғәттәрҙә;
- тәнәфес – 13:00-13:45 сәғәт арауығында.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев