🔵 Кемдәр норматив торлаҡ майҙаны сиктәрендә иғәнәнең 50 процентын кире ҡайтарыу өсөн мөрәжәғәт итә ала:
- 70 йәше тулған, яңғыҙ йәшәгән һәм эшләмәгән милекселәр;
- эшләмәгән пенсионер, пенсия алды йәшендәге кеше, I йәки II төркөм инвалиды менән бергә йәшәгән, эшләмәгән һәм 70 йәшкә еткән милекселәр.
⚪ Кемдәр норматив торлаҡ майҙаны сиктәрендә иғәнәнең 100 проценты күләмендә компенсация һорап мөрәжәғәт итә ала:
- 80 йәше тулған, яңғыҙ йәшәгән һәм эшләмәгән милекселәр;
- эшләмәгән пенсионер, пенсия алды йәшендәге кеше, I йәки II төркөм инвалиды менән бергә йәшәгән, эшләмәгән һәм 80 йәшкә еткән милекселәр.
📃 Ташлама нормативҡа ғына ҡағыла. Башҡортостанда ул:
- оло йәштәге кеше яңғыҙ йәшәһә, 33 квадрат метр;
- оло йәштәге кеше ғаиләнең бер ағзаһы менән бергә йәшәһә, бер кешегә – 21 квадрат метр;
- оло йәштәге кеше ике һәм унан күберәк ғаилә ағзаһы менән бергә йәшәһә, бер кешегә 18 квадрат метр дөйөм торлаҡ майҙаны тәшкил итә.
Ҡалған майҙандан капиталь ремонт өсөн түләү ғәҙәти тәртиптә иҫәпләнәсәк.
Ташламаны нисек юлларға – беҙҙең яҙмала уҡығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев