Ул 2024 йылдың 27 декабренән 2025 йылдың 9 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Бойороҡто республика Хөкүмәте раҫланы.
❌ Бойороҡ ғәмәлдә булған ваҡытта:
- махсус йыһазландырылған урындарҙан тыш, шул иҫәптән аш-һыу әҙерләү өсөн асыҡ ут тоҡандырыу;
- махсус урынлаштырылған майҙансыҡтарҙан ситтә пиротехника тоҡандырыу;
- янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған майҙансыҡтарҙа мәҙәни саралар үткәреү;
- өҙлөкһөҙ технологик процесҡа бәйле булмаған, утҡа ҡағылышлы һәм янғын хәүефе тыуҙырған башҡа төрлө эштәр башҡарыу тыйыла.
💸 Ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн штрафтар ҡаралған:
– граждандар өсөн – 10-20 мең һум;
- вазифалы кешеләр өсөн – 30-60 мең һум;
- шәхси эшҡыуарҙар өсөн – 60-80 мең һум;
– юридик шәхестәр өсөн – 400-800 мең һум.
📞 Ҡағиҙә боҙоусылар тураһында 112 һандары буйынса ашығыс хеҙмәттәр телефоны аша хәбәр итергә мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев