Унда нимә булырға тейеш? Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы белгестәре аңлата.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талаптарына ярашлы, автомобиль аптечкаһында:
- бер тапҡыр ҡулланыла торған 2 медицина битлеге;
- кәм тигәндә М үлсәмле 2 пар медицина бирсәткәһе;
- яһалма тын алдырыу өсөн 2 ҡоролма;
- ҡан ағыуын туҡтатыу өсөн жгут;
- 5 м х 10 см ҙурлығындағы 3 бинт. Уларҙы 2 м х 10 см ҙурлығындағы һығылмалы бинттарға алмаштырырға мөмкин;
- 7 м х 14 см ҙурлығындағы 3 бинт. Уларҙы шулай уҡ һығылмалы бинттарға алмаштырырға мөмкин, әммә улар 2 м х 14 см ҙурлығында булырға тейеш;
- 16 х 13 см ҙурлығындағы 2 стериль медицина салфеткаһы төргәге;
- рулонлы лейкопластырь;
- 160 х 210 см ҙурлығындағы ҡотҡарыу япмаһы;
- ҡайсы;
- беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса күрһәтмә;
- блокнот һәм ҡәләм булырға тейеш.
❗ Әгәр 2021 йылғы өлгөләге аптечкағыҙ булһа, уны ҡалдыра алаһығыҙ, әммә уны етмәгән әйберҙәр менән тулыландырырға кәрәк булыр.
Элек сығарылған автомобиль аптечкалары эсендәге әйберҙәрҙең яраҡлылыҡ ваҡыты тамамланғансы һәм 2027 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡулланыла ала.
➡️ Ғәҙәттә, автомобиль аптечкаларының яраҡлылыҡ ваҡыты кейстың үҙендә билдәләп ҡуйыла. Шулай уҡ ярты йылға бер тапҡыр аптечкалағы һәр препараттың яраҡлылыҡ ваҡытын тикшереү мөһим.
Шулай уҡ өйөгөҙҙәге аптечканан стандарт дарыуҙар йыйылмаһын — антисептиктар, ауыртыуҙы баҫа торған, температураны төшөрөүсе, автомобиль йөрөткәндә тыйылмаған антигистамин дарыуҙар, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк юлы, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы препараттары һәм һыуытыу пакеттары өҫтәй алаһығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев